ЧЕРНЫХ Николай Андреевич [19.12. 1924, БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ өйәҙе Верхотор а. (БР-ҙың Ишембай р-ны) — 30.10.1982, Өфө], зенитсы, кесе лейтенант. Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Севастополь зенит-артиллерия уч-щеһын (Өфө, 1945), ӨАИ-ны (1956) тамамлаған. 1942 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. авг. башлап Воронеж фронтында хеҙмәт итә. Герой исеменә 40-сы армияның 68-се гвардия уҡсылар див. 198-се гвардия уҡсылар полкының 2-се батальоны пулемётсыһы гвардия сержанты Ч. 1943 й. 24 сент. Украина ССР-ының Балыко-Щучинка а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1947 й. алып запаста. 1956 й. башлап ӨМЭПБ-ла: инженер-конструктор, эксперименталь цех начальнигы. Ленин орд. м-н бүләкләнгән (1945). Ишембай ҡ. Геройҙар аллеяһында Ч. бюст ҡуйылған.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин