БАТЫРШАНЫҢ БАТШАҒА ЯҘҒАН ХАТЫ, Батырша тарафынан 1756 й. 4—24 нояб. Мәскәүҙә уны Петербургҡа алып барған ваҡытта яҙылған. Императрица Елизавета Петровнаға тәғәйенләнгән, әммә уға барып етмәгән хат Йәшерен эҙләү эштәре канцелярияһы өсөн Батыршаға ҡаршы алып барылған эштә иң мөһим документ була. 18 б. уртаһындағы Башҡортостан т‑да тарихи‑сәйәси, этик‑фәлсәфәүи трактат булып тора. Хатында Батырша үҙенең тормошо һәм эшмәкәрлеге хаҡында бәйән итә, башҡорт ихтилалының (1755—56) сәбәптәрен аңлата: башҡорттар һәм мишәрҙәрҙең ауыр соц.‑иҡт. хәле, батша чиновниктары яғынан йәберләү һәм мәсхәрәләү, ришүәтселек, мосолмандарҙы көсләп суҡындырыу, артыҡ йөкләмә һәм нығытмалы һыҙыҡтарҙа хәрби хеҙмәт, 1754 й. 16 мартындағы яһаҡты ҡаҙнанан тоҙ һатып алыу м‑н алмаштырыу т‑дағы указға ҡәнәғәтһеҙлек. Бәйән итеү стиле үҙенсәлекле: көнкүреш һүрәтләмәләре ҡыҫҡа, аныҡ диалогтар, драматик хикәйәләр һәм новеллалар монологтар һәм авторҙың уйланыуҙары м‑н алмашынып килә, хикәйәләү легенда, мәҡәл һәм әйтемдәр м‑н үрелеп бара. Хат 18 б. уртаһы төрки теленең тарихы б‑са ҡиммәтле сығанаҡ булып тора, унда башҡорттарҙың халыҡ һөйләү теле үҙенсәлектәре сағыла. Хаттың һуңғы варианты һәм 7 ҡараламаһы, ш. уҡ урыҫ теленә тәржемәләре (Йәшерен эҙләү эштәре канцелярияһы өсөн Сит ил эштәре коллегияһы тәржемәсеһе А.Турченинов тарафынан эшләнгән) — Рәсәй дәүләт боронғо акттар архивында (Мәскәү), фотокүсермәләре Ғилми архивта һаҡлана.

Әҙәб.: Письмо Батырши императрице Елизавете Петровне. Уфа, 1993.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Г.Р.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика