БАТЫРША‑ҠОБАУ, Бүздәк р‑нындағы ауыл, Кәпәй‑Ҡобау а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Бүздәк т. юл ст. К.‑Көнб. табан 20 км алыҫлыҡта Төрөш й. (Сәрмәсән й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 788 кеше; 1920 — 822; 1939 — 724; 1959 — 581; 1989 — 343; 2002 — 334; 2010 — 330 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты бар.

Ауылға 18 б. Ҡазан даруғаһы Ҡобау улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1763 й. керҙәшлек килешеүе б‑са бында мишәрҙәр, 1832 й. ш. уҡ шарттарҙа типтәрҙәр килеп урынлаша. Шулай уҡ яһаҡлы татарҙар теркәлгән. Исеме “ҡобау” этнонимы м‑н бәйле (ҡара: Мең). 1865 й. 99 йортта 624 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, бакалея кибете, тимерлек, мөгәзәй теркәлгән.

Р.Й.Ғәҙелшина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика