БАТЫРША, Ғабдулла Ғәлиев, Ғөбәйҙулла Мәзгәлдин [ысын исеме Баһадиршаһ Ғәли улы; яҡынса 1709 й. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1717) — 24.7.1762, Шлиссельбург ҡәлғәһе], башҡорт ихтилалы (1755—56) идеологы, уның етәкселәренең береһе. Себер даруғаһы Ҡарыш а. (хәҙ. Балтас р‑ны Үрге Ҡарыш а.) мишәрҙәренән. 1734—44 йй. Ҡазан губернаһы Тайһуйған һәм Ташкисеү аа. мәҙрәсәләрендә уҡый, 1744 й. алып Уҫы даруғаһы Ғәйнә улусы Илша а. мөҙәрис, 1746 й. — Исәт провинцияһы Тинес улусы Мөслим а., 1749 й. — Ҡарышта (ул бында мәҙрәсә аса) мөҙәрис һәм имам. 1755 й. яҙында төбәктең мосолман халҡына өндәмә м‑н мөрәжәғәт итә, унда төбәктең урыҫ булмаған халыҡтарының соц.-иҡт. һәм дини мәнфәғәттәрен яҡлай һәм ҡораллы сығышҡа саҡыра. Б. Рәсәй хөкүмәтенең колониаль сәйәсәтен фашлай, мосолмандарҙың хоҡуҡтарын сикләүгә, көсләп христианлаштырыуға, урындағы үҙидара сикләүгә, һалымдар һәм йөкләмәләрҙең артыуына, урындағы халыҡҡа ирекле һәм пошлинаһыҙ тоҙ сығарыуҙы тыйыуға ҡаршы сыға. Өндәмә нигеҙендә Рәсәй составынан сығырға һәм бойондороҡһоҙ мосолман дәүләтен төҙөргә саҡырыу ята. Сент. алып Б. ғаиләһе һәм шәкерттәре м‑н урманда йәшеренеп йөрөй. 1756 й. 8 авг. Ҡазан даруғаһы Йәлдәк улусы Әжәк а. (хәҙ. Борай р‑ны) старшина Сөләймән Диваев (ҡара: Диваевтар) тарафынан тотола һәм властарға тапшырыла. 1756 й. аҙ. алып Йәшерен эҙләү эштәре канцелярияһында тикшереү аҫтында була. 1758 й. дек. ғүмерлеккә Шлиссельбург ҡәлғәһенә ябыуға хөкөм ителә. Төрмәлә императрица Елизавета Петровнаға хат (ҡара: Батыршаның батшаға яҙған хаты) яҙа. Төрмә һаҡсылары м‑н бәрелештә һәләк була. Балтас р‑ны Иҫке Балтас а. Б. музейы (18 б. мәғрифәтсеһе Батырша — Ғабдулла Ғәлиев музейы) асылған. Иҫке Балтастағы мәсеткә һәм урамға, Үрге Ҡарыштағы урта мәктәпкә (уның бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған) Б. исеме бирелгән.

Әҙәб.: Хөсәйенов Ғ.Б. Батырша: тарихи-биографик кит. Өфө, 2005; Гернет М.Н. История царской тюрьмы. Т.1. М., 1960; Акманов И.Г. Башкирские восстания в XVIII в. Уфа, 1987.

И.Ғҡманов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика