БАТЫРОВА Мазидә Рәйес ҡыҙы (9.6.1946, Үзбәк ССР‑ы Ленинск ҡ.), архитектор. БР‑ҙың атҡ. архитекторы (1995). Архитекторҙар союзы ағзаһы (1979). Новосибирск инженер‑төҙөлөш ин‑тын тамамлағандан һуң (1971) “Роспроект” ин‑тының Башҡ‑н филиалы (Өфө) архитекторы, архитекторҙар төркөмө етәксеһе. 1976—2003 йй. “Башнефтепроект” ин‑тының проекттар б‑са баш архитекторы. Б. проекттары б‑са БР Дәүләт Йыйылышы йорто (1990, Өфө, Зәки Вәлиди урамы, 40); Яңауыл һәм Дүртөйлө ҡҡ. биҫтәләр (1990), “Красноусол” шифаханаһының дауалау‑һауыҡтырыу корпусы (1997), Краснокама р‑нының Никольск а. “Сосновый бор” профилакторийының һыу‑ләм м‑н дауалау йорто (1997), Өфө р‑ны Алексеевка а. (1999), Нефтекама ҡ. (2004) мәсеттәр; Когалым ҡ. мәҙәни‑спорт комплексы төҙөлә. РФ Федераль именлек хеҙмәтенең БР б‑са идаралығы бинаһы проектының авторҙ. (1985, Өфө). “Башнефтепроект” ин‑ты һәм “Геофизика” ғилми‑производство фирмаһы биналары интерьерының авторы (икеһе лә — 2001). Бөтә Рәсәй архитектура проекттары смотры дипломанты (Мәскәү, 1989), “2000 й. иң яҡшы проекты” Респ. конкурсы лауреаты (Өфө, 2001).

Е.И.Донгузова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика