ЦЮРУПА Александр Дмитриевич (19.9.1870, Таврия губ. Алешки ҡ. — 8.5.1928, Ҡырым АССР-ының Мухалатка а., Мәскәүҙә ерләнгән), революция хәрәкәте эшмәкәре. 1898 й. алып РСДРП ағзаһы. Херсон а.х. уч-щеһын тамамлаған (1893). 1893—96 йй. революцион эшмәкәрлеге өсөн бер нисә тапҡыр ҡулға алына һәм һөргөнгә ебәрелә. 1896 й. алып Сембер губерна, 1897 й. башлап Өфө губерна земство башҡармаһы статистигы. Өфөлә В.Н.Крохмаль, А.И. Свидерский һ.б. бергә социал- демократик төркөм ойоштора. 1900 й. алып “Искра” гәз. агенты, сит илдән тыйылған әҙәбиәт ҡайтарыу б-са бәйләнеш булдыра. 1901 й. башлап Харьков һәм Тула ҡҡ., Тамбов губ. революцион эшмәкәрлек м-н шөғөлләнә. 1903—05 йй. һөргөндә була. Кенәз В.А.Кугушев имениеһында агроном, идарасы булып эшләй. 2-се саҡырылыш Дәүләт думаһына һайлауҙар б-са Өфө губерна съезында социал-демократтар төркөмөнә етәкселек итә. 1915 й. алып Өфө губерна аҙыҡ-түлек башҡармаһында хеҙм-р, рәйес. 1917 й. мартынан Рәсәй социал-демократик эшселәр партияһы берләшкән ойошмаһының (большевиктар һәм меньшевиктар) ваҡытлы Өфө ком-ты президиумы ағзаһы, ҡаҙнасыһы. Июлдән Өфө ҡала думаһы рәйесе, Өфө губерна һәм өйәҙ земстволары гласныйы, окт. башлап Өфө губерна революцион комитеты ағзаһы. Нояб. алып РСФСР-ҙың аҙыҡ-түлек б-са халыҡ комиссары урынбаҫары, 1918 й. февр. — халыҡ комиссары. 1921—28 йй. РСФСР, 1922 й. алып СССР ХКС-ы һәм Хеҙмәт һәм оборона советы рәйесе урынбаҫары, бер үк ваҡытта 1922 й. — Эшсе-крәҫтиән инспекцияһының халыҡ комиссары, 1923 й. алып СССР Дәүләт планы рәйесе, 1925 й. башлап СССР-ҙың тышҡы һәм эске сауҙа б-са халыҡ комиссары. 1922 й. Бөтә Рәсәй ҮБК Президиумы, 1923—28 йй. — ВКП(б) ҮК һәм СССР ҮБК Президиумы ағзаһы. Өфөлә Ц. һәйкәл, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, уның исеме м-н урам аталған.

Г.В.Мордвинцев

Тәрж. М.Х.Хужин