ЦУЛЫГИН Николай Леонидович (29.5.1975, Өфө), спортсы. Шайбалы хоккей б-са Рәсәйҙең спорт мастеры (1995). БДПУ-ны тамамлаған (2002). “Салауат Юлаев” СДЮШОР-ы тәрбиәләнеүсеһе (тренеры В.И. Воробьёв). “Салауат Юлаев” (1992—95, 1998—99, 2000—01, 2004—05), Үҙәк армия спорт клубы (Мәскәү, 1995), “Аҡ Барыҫ” (Ҡазан, 1999—2000), “Северсталь” (Череповец ҡ., 2001), “Нефтехимик” (Түб. Кама ҡ., 2002—04), “Динамо” (Мәскәү, 2005) хоккей клубтары һәм Милли хоккей лигаһы клубтары (АҠШ, 1994—97) өсөн уйнай. Рәсәй чемп. (2005), Рәсәй чемпионатының көмөш призёры (2000), Милләт-ара хоккей лигаһы (1995) һәм Рәсәй (2001) чемпионаттарының бронза призёры. Йәштәр араһында донъя чемпионатының бронза призёры (1994). Үҫмер спортсылар араһында Европа чемпионатының көмөш призёры (1993). Рәсәй йыйылма командаһы ағзаһы (1994—96, 1999—2000).

Тәрж. М.Н.Моратшина