БАТЫРОВА Банат Хәйрулла ҡыҙы [16.12.1902, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Иҫке Муса а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 19.7.1970, ш. уҡ р‑ндың Үтәгән а.], Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). 1930 й. алып Ҡырмыҫҡалы р‑нының “Иҙел” к‑зында сөгөлдөрсө булып эшләй, 1935 й. — звено башлығы, 1963 й. — сөгөлдөрсөләр бригадаһы бригадиры. Б. бригадаһы шәкәр сөгөлдөрө үҫтереүҙә юғары күрһәткестәргә өлгәшә (1947 й. 611,5 ц/ га). БАССР ЮС‑ының 2—5‑се саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1948).

Әҙәб.: Орлов В. Банат — открытая душа //Герои Труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Н.Моратшина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика