ЦИРКОН (нем. Zirkon), утрау силикаттары ярым класы минералы, Zr[SiO4]. Составына гафний, торий, уран, ерҙә һирәк элементтар ҡушылмалары инә. Кристалдары призма формаһында, дипирамидаль. Айырым кристалдар, үҫентеләр, бөртөктәр, радиаль-нурлы һәм дөрөҫ булмаған формалы агрегаттар рәүешендә осрай. Төҫө көрән, һары, һоро, һирәк осраҡта ҡыҙыл (гиацинт), алмас кеүек ялтыр. Ҡатылығы 7,5, тығыҙлығы яҡынса 4700 кг/ м3. Әсе, уртаса һәм һелтеле магматик тоҡомдарҙың акцессор минералы. Пегматиттарға, сиениттарға һәм һелтеле сиениттарға хас. Диңгеҙ һәм континенталь һибелмәләрҙә туплана. Бик аҙ миҡдарҙа һыныҡ ултырма тоҡомдарҙа (ҡомташ, алевролит) һәм уларҙың метаморфизм продукттарында, йылға аллювийының ауыр фракцияһында була. Ц. — цирконий, гафний алыу өсөн төп сығанаҡ, утҡа сыҙамлы материалдар, керамика етештереүҙә, гиацинт зәргәрлек эшендә ҡулланыла. Уралда Ц. ҙур кристалдары Силәбе өлк. Илмән һәм Сейәле тауҙарындағы пегматиттарҙа булыуы билдәле. БР-ҙа Ц. акцессор минерал булараҡ граниттарҙа, диориттарҙа, әсе эффузивтарҙа, рутил, гематит һәм ильменит м-н бергә боронғо һибелмәләрҙән торған елмәрҙәк свитаһының аркозлы ҡомташ ҡатламдарында осрай.

А.А.Алексеев

Тәрж. Э.М.Юлбарисов