ЦИРЕЛЬМАН Наум Моисеевич (6.5.1937, Бельцы ҡ.), инженер-механик. Техник ф. д-ры (1995), проф. (1996). БР-ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2012), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2001). Одесса аҙыҡ-түлек һәм һыуытыу сәнәғәте технологик ин-тын тамамлағандан һуң (1963) Донецк ҡара металлургия ҒТИ-нда, 1970 й. алып ӨДАТУ-ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге йылылыҡ физикаһына арналған. Ц. тарафынан йылылыҡ, масса күсереү процестарын тикшереүҙең һанлы-аналитик ысулдары уйлап табыла, улар юғары т-раларҙа эшләгән төрлө тәғәйенләнештәге йылылыҡ двигателдәрен, бәләкәй габаритлы йылылыҡ алмаштырыу аппараттарын, яныу продукттарын нейтралләштереү ҡоролмаларын һ.б. эшләгәндә ҡулланыла. 260-тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Прямые и обратные задачи тепломассопереноса. М., 2005; Аналитическое определение температурных полей в пространственно-неоднородной и нелинейной среде. М., 2016 (авторҙ.); Variational Solutions of Complex Heat and Mass Transfer Problems Advances in Heat Transfer. San Diego [etc.]. 1989. Vol.19.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов