ЦИОЛКОВСКИЙ Станислав Тимофеевич [8.12.1788 (башҡа мәғлүмәттәр б-са, 1785), Волынск губ. Белополье а. — 1842, Ырымбур губ. Андреевка а., Ырымбур ҡ. күсереп ерләнгән], хәрби эшмәкәр. Ген.-майор (1835). Дворяндарҙан. 1806—12 йй. рус-төрөк һуғышында, 1812 й. Ватан һуғышында, рус армияһының 1813—14 йй. сит ил походтарында, ихтилалды (1835) баҫтырыуҙа, Хиуа походында (1839—40) ҡатнашыусы. 1807 й. алып рус армияһында. 1817 й. башлап Ырымбур айырым корпусында өлкән адъютант, 1819 й. — махсус йомоштар б-са чиновник, 1820—21 йй. Рәсәй дипломатик миссияһының конвой, 1824—25 йй. Бохара ханлығына сауҙа каруанын һаҡлаусы отряд начальнигы. 1834—40 йй. Башҡорт-мишәр ғәскәре командующийы. 1835 й. ихтилал һәм Хиуа походы барышында дошмандарға һәм ҡул аҫтындағы кешеләргә ҡанһыҙлыҡ күрһәтә. Ҡаты мөнәсәбәте өсөн үҙенең крепостной крәҫтиәндәре тарафынан үлтерелә. 4-се дәрәжә Изге Георгий (1833), 3-сө (1832), бантлы 4-се дәрәжә Изге Владимир, 1-се (1840), 2-се (1820) алмаслы (1826) дәрәжә Изге Анна, 1-се (1836), 2-се (1834) дәрәжә Изге Станислав орд. м-н бүләкләнгән. Башҡорт халыҡ инструменталь көйө “Циолковский” (ҡара: “Аҡмәсет”) уға арналған.

Р.Н.Рәхимов

Тәрж. М.Х.Хужин