ЦИНК, т у т ы я, (Zincum), Zn, Д.И.Менделеев периодик системаһының II төркөм химик элементы; төҫлө металдарға ҡарай. Тәбиғәттә 5 тотороҡло изотобы бар. 70-тән ашыу Ц. минералы билдәле (сфалерит, смитсонит, цинкит һ.б.). Зәңгәрһыу-аҡ төҫтәге металл; tиреү 419,58°С, тығыҙлығы 7133 кг/м3; бүлмә т-раһында һәм 200—250°С мурт, 100—150°С һығылмалы; 0,825 К түбән булғанда юғары үткәргес; диамагнит; юғары дисперслы үҙенән-үҙе тоҡаныусы матдә. Һауала йоҡа оксид ҡатламы м-н ҡаплана; аммиак эретмәләрендә, аммоний, тимер хлориды тоҙҙарында эрей. Юғары таҙалыҡтағы Ц. химик яҡтан башлыса инерт. Кислоталар м-н тоҙ, һелте эретмәләре м-н — гидроцинкаттар барлыҡҡа килтерә; баҡыр, кадмий һ.б. уларҙың тоҙҙары эретмәләренән, ҡыҙарғансы ҡыҙҙырғанда һыу парынан водородты ҡыҫырыҡлап сығара. Юғары т-рала аммиак, галогендар, кислород, мышаяҡ, көкөрт, һөрмә, фосфор м-н ярашлы нитрид, галогенидтар, оксид, арсенидтар, сульфид, антимонидтар, фосфид барлыҡҡа килтерә. Берләшмәләре ағыулы; Ц. өсөн һыуҙағы ПДК 1,0 мг/л. Ц. матдә алмаштырыуҙа ҡатнаша (ҡайһы бер ферменттар, гормондар, ш. иҫ. инсулин составына инә). Сульфид, полиметалл мәғдәндәрҙән гидрометаллургия, пирометаллургия ысулдары, таҙа Ц. — ликвация, ике баҫҡыслы ректификация, химик ысулдар м-н; юғары таҙалыҡтағы Ц. — дистилляция, аргон эсендә зоналап яңынан кристаллаштырыу һ.б. ысулдар м-н алына. Ҡаплауҙар (ҡара: Гальванотехника), иретмәләр (еҙ, бронза һ.б.) рәүешендә; Ц. берләшмәләре — активлаштырылған күмер етештереүҙә, сәнәғәт катализында, алкиллаштырыуҙа, вулканизация, яғыулыҡты көкөрттән таҙартыу ваҡытында, пигменттар сифатында; аккумуляторҙарҙа, металлургияла (ҡурғашты таҙартыу, алтын, көмөштөайырып алыу өсөн һ.б.), органик синтезда һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда Ц. ҙур запастары Подольск баҡыр колчеданы ятҡылығында, Сибай баҡыр колчеданы ятҡылығында, Учалы баҡыр колчеданы ятҡылығында, Юбилейный баҡыр колчеданы ятҡылығында тупланған; ҡайһы бер һибелмә алтын ятҡылыҡтарында саф Ц. (бөртөктәр, пластиналар) табылған. Ц. концентраттары баҡыр колчеданы мәғдәнен байыҡтырыу юлы м-н (ҡара: Флотация) Сибай тау-байыҡтырыу комб-тында, Бүребай тау- байыҡтырыу комбинатында, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында; цинклау өсөн һелтеле электролиттар, РПЦ маркалы композициялар, ЦБ, ЦВБ, ЦК, ЦМ, ЦПБ маркалы ялтырауыҡ барлыҡҡа килтергән өҫтәмәләр (“Технолог” ААЙ) сығарыла. Цинклау (“Ав­тонормаль”, “Гидравлика”, Күмертау авиация производство предприятиеһы, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе һ.б.), Ц. оксиды м-н вулканизациялау (Өфө эластомер материалдар, изделиелар һәм конструкциялар заводы), бутил спирттарын етештергәндә катализатор сифатында (“Газпром нефтехим Салават” ААЙ), гидроизоляция һәм түбә материалдары составында цинкланған ҡорос (“Эре панелле йорттар төҙөү”, Башҡ-н сәнәғәт төҙөлөш компанияһы һ.б.), Ц. ингән полимерҙарға химикат-өҫтәмәләр (“Каустик”) ҡулланыла. Ц. ингән икенсел ресурстар Учалы тау-байыҡтырыу комб-тында, “Башвтормет”, “Башвторцветмет” ААЙ-ларында, “Альянс” ЯСЙ-нда (Өфө) һ.б. эшкәртелә.

Н.В.Давиденко, В.Н.Никонов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов