ЦИКЛОП (Cyclops), ишкәк аяҡтар отрядына ҡараған сөсө һыу ҡыҫала һымаҡтары заты. 250-нән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шары буйлап таралған. Башҡортостанда бер нисә төрө бар: егәрле Ц., ҡулай Ц. һ.б. төрҙәр. Кәүҙә оҙонлоғо 1—5,5 мм, төҫө аҙыҡҡа бәйле. Башы беренсе күкрәк сегменты м-н ҡушыла, баш-күкрәк барлыҡҡа килтерә, унда һыңар күҙ һәм 6 пар ослоҡ була: оҙон бер тармаҡлы антеннулалар (йөҙөү өсөн ҡулланыла, һиҙеү ағзалары булып тора), ике тармаҡлы антенналар, 1 пар өҫкө һәм 2 пар аҫҡы яңаҡ (фильтрлау функцияһын үтәй), бер пар аяҡ-яңаҡ (аҙыҡты эләктерә). Күкрәге 5 сегменттан тора, уларҙың һәр береһендә йөҙөү төктәре булған ике тармаҡлы бер пар күкрәк аяғы бар; ҡорһағы оҙонса, күкрәктән айырылған, 4 сегментлы, уның осонда сәтәш (фурка) һәм арт юл ҡалағы (тельсон) була. Кәүҙәһенең өҫкө яғы м-н тын ала, ҡан тамырҙары системаһы үҫешмәгән. Ц. айырым енесле, метаморфоз м-н үҫешә. Аталандырылған йомортҡалар инә Ц. беренсе ҡорһаҡ сегментының аҫҡы яғында урынлашҡан 2 йомортҡа тоҡсайына йәбешә. Ц. һыу төбө янында йәки һыу ҡатламында йәшәй. Күпселек төрҙәре — йыртҡыстар, өйрөлмәктәр, ваҡ ҡыҫала һымаҡтар, селәүсен ҡарышлауыҡтары, иң ябайҙар, ҡайһы берҙәре үҫемлектәр м-н туҡлана. Паразит селәүсендәрҙең (киң таҫма селәүсен, ришта һ.б.) ваҡытлы хужаһы булыуы мөмкин. Ц. — балыҡтарҙың бик күп төрҙәре һәм уларҙың селбәрәләре өсөн аҙыҡ.

Ю.В.Островская

Тәрж. Г.А.Миһранова