ЦИКЛОН (гр. kyklón — өйөрөлә, әйләнә), түбән атмосфера баҫымының перифериянан үҙәккә ҡарай яйлап кәмеү өлкәһе. Ц. ваҡытында Ер өҫтөндәге һауа үҙәккә күсә, Төньяҡ ярымшарҙа сәғәт теле хәрәкәтенә ҡаршы (ҡара: схема) һәм Көньяҡ ярымшарҙа сәғәт теле ыңғайына иҫкән әйләнмәле елдәр системаһы барлыҡҡа килә. Арта барыусы һауа хәрәкәттәренә бәйле, айырыуса атмосфера фронттары эргәһендә ямғырлы һауа торошо күҙәтелә: ҡышын ҡар яуа, бурандар сыға, йылытып ебәрә; йылдың йылы миҙгелендә ямғырҙар яуа, йәшен йәшнәй, һауа температураһы түбәнәйә һәм ел көсәйә. Ц. бер нисә тәүлектән алып аҙнаға тиклем дауам итә. Тропиктарҙа булмаған (уртаса һәм поляр киңлектәрҙә барлыҡҡа килә, диам. 1 км алып бер нисә мең км тиклем) һәм тропик (тропик киңлектәрҙә барлыҡҡа килә, диам. 100 м алып 1 мең км тиклем) Ц. айырыла. Ц. көнбайыштан көнсығышҡа (йәки төньяҡ-көнсығышҡа) ҡарай 20—90 км/сәғ. тиҙлегендә хәрәкәт итә, 6—12 км бейеклеккә күтәрелә. БР-ға үтеп инеүсе Ц. күбеһенсә Атлантик океандан килә һәм хәрәкәт итеү траекториялары б-са бер-береһенән айырыла. Йыл дауамында көнбайыш йүнәлешендәге Ц. йыш ҡабатлана (айына 6—11 көн), төньяҡ-көнбайыш йүнәлешендәге Ц. (“сумыусы Ц.”) һирәгерәк күҙәтелә (3—7 көн), окт.—нояб. айҙарында улар бер тигеҙ ҡабатлана (8—9 көн). Көньяҡ Ц. ҡышын була (яҡынса 3 тапҡыр) һәм Урта, Каспий, Ҡара диңгеҙҙәрҙән килә. Төньяҡ Ц. тик ҡайһы бер йылдарҙа ғына күҙәтелә, айына 3—5 көн ҡабатлана.

Тәрж. А.Н.Күсеев