ЦИБИЗОВ Леонид Герасимович (2.1.1925, БАССР-ҙың Бәләбәй кантоны Красная Горка а. — 16.6.2009, Киев ҡ.), танкист, Украина Ҡораллы көстәренең ген.-майоры (2008). Советтар Союзы Геройы (1943). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Сызрань танк уч-щеһын (1944), Бронетанк ғәскәрҙәре хәрби акад. (Мәскәү, 1955) тамамлаған. 1943 й. алып Совет Армияһында. 1943 й. авг. башлап Үҙәк фронтта хеҙмәт итә. Герой исеменә 13-сө армияның 6-сы гвардия уҡсылар див. 25-се гвардия уҡсылар полкының отделение ком. сержант Ц. 1943 й. 27 сент. Украина ССР-ының Плютовище а. янындағы алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Запасҡа сыҡҡандан һуң (1977) Киев ҡ. йәшәй һәм эшләй. Ленин (1943), 1-се дәрәжә Ватан һуғышы (1985), 3-сө дәрәжә “СССР Ҡораллы көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн” орд. м-н бүләкләнгән. Ц. исеме м-н Шаран р-нының Түб. Зәйет а. урам аталған, ул уҡыған мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Х.Хужин