ЦЕТАН ҺАНЫ, эске яныулы двигателдең цилиндрында дизель яғыулығының үҙенән- үҙе янып китеүенең шартлы һанса күрһәткесе, ул стандарт һынау шарттарында тоҡаныусанлығы б-са цетан (Ц.һ. 100-гә тигеҙ) м-н α-метилнафталиндың (0-гә тигеҙ) тикшерелгән яғыулыҡҡа эквивалент булған ҡатышмаһындағы цетандың күләмен күрһәткән (%-тарҙа) һанға тигеҙ була. Ц.һ. яғыулыҡ составына ингән углеводородтарҙың төҙөлөшөнә һәм күләменә бәйле: юғары Ц.һ. нормаль төҙөлөшлө парафинлы углеводородтарға, миним. Ц.һ. — ароматик углеводородтарға (айырыуса бициклик) хас. Дизель яғыулыҡтарының юғары т-рала ҡайнаған фракциялары өсөн Ц.һ. түбән т-раларҙа ҡайнаған фракцияларға ҡарағанда юғарыраҡ була. Яғыулыҡтың тоҡаныусанлығына баһа бер цилиндрлы двигателе булған махсус ҡулайламала тикшерелгән яғыулыҡтың өлгөһөн яныу камераһына бөрккәндән һуң тоҡаныуҙың тотҡарланыу периоды оҙайлығы б-са үткәрелә. Эмпирик формулаларҙы файҙаланып яғыулыҡтың физик­химик күрһәткестәре б-са дизель индексы (яғыулыҡтың эшләтеп ебәреү үҙсәнлектәрен һәм парға әйләнеүсәнлеген характерлай) табыла, уның ҡиммәте билдәләнгән Ц.һ. ярашлы була. Ц.һ. юғары булған углеводородтарҙың октан һаны түбән булыуы асыҡланған. Ц.һ. кәметеү өсөн дизель яғыулығына бензин фракциялары өҫтәлә, 8—12%-ҡа күтәреү өсөн махсус присадкалар (масса б-са 0,5—1,0%; органик пероксидтар, алкилнитраттар) индерелә. Башҡортостанда Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында, Өфө нефть эшкәртеү заводында, “Газпром нефтехим Салават”, “Уфанефтехим” ААЙ-ларында Ц.һ. 45—50 булған дизель яғыулыҡтары сығарыла.

С.Ә.Әхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов