ЦЕРЕЗИН (лат. сera — балауыҙ), С36—С55 составлы ҡаты хәлдәге туйындырылған (күбеһенсә тармаҡлы алифатик) углеводородтарҙың ҡатышмаһы. Аҡтан алып көрәнгә тиклем төҫлө балауыҙ һымаҡ матдә; мол. массаһы 500—700, tиреү 65—85°С; һыуҙа һәм спирттарҙа эремәй, бензинда яҡшы эрей, минераль майҙарҙа эреүе сикләнгән. Парафин м-н сағыштырғанда аҙ химик тотороҡлоҡҡа, ҙурыраҡ йәбешкәклеккә һәм майҙарҙы ҡуйыртыу һәләтенә эйә, был уның ваҡ кристаллы структураһына бәйле. Тәбиғи Ц. озокериттан (артабан көкөрт к-таһы һәм ағартҡыс балсыҡтар м-н таҙартып), петролатумдан, “парафин пробкаларынан” (нефтте сығарған һәм күсергән ваҡытта үткәргес торбаларҙа барлыҡҡа килгән ултырмалар) айырып алына. Синтетик Ц. (юғары иреүсән, башлыса нормаль төҙөлөшлө) синтетик шыйыҡ яғыулыҡты каталитик синтезлау юлы м-н алына. Пластик майҙарҙың компоненты, электро-һәм радиотехникала изоляциялау материалы, төрлө механизмдарҙың коррозияға ҡаршы ҡаплауҙары сифатында; парафин м-н ҡатышмаһы (церезин композицияһы, tиреү 56°С) — шәмдәр, мастикалар эшләүҙә, төрөү материалдарына һеңдергес; айырыуса таҙа сорттары — косметик кремдар, сыр тышсаһы һ.б. етештереүҙә; медицинала дарыу майҙарының нигеҙе сифатында ҡулланыла. Башҡортостанда Ц. химияһы б-са тикшеренеүҙәр 20 б. 50—60-сы йй. Башҡ-н нефть эшкәртеү ҒТИ-нда үткәрелә. В.В.Воробьёва, И.И.Черек, И.А.Чернобривенко тарафынан Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы хеҙм-рҙәре м-н берлектә радиотехника сәнәғәтендә файҙаланылған tиреү 56°С булған Ц. алыу технологияһы эшләнә. 90-сы йй. уртаһында Яңы Өфө НЭЗ-ының “ИНТЭКО” ғилми-технология үҙәгендә П.А. Золотарёв, Р.Ғ.Ниғмәтуллин, Ғ.Ғ.Теләшев тарафынан Ц. алыу өсөн петролатумды коагуляция ысулы м-н майһыҙландырыу технологияһы эшләнә. 1998 й. тиклем Ц. “Уфанефтехим” ААЙ сығара.

Р.Ғ.Ниғмәтуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов