ЦЕНЗУРА (лат. censura), нәшриәт эшмәкәрлеге, матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары, әҙәби һәм мәҙәни процесс өҫтөнән дәүләт күҙәтеүе. Тормошҡа ашырыу ысулы б-са тәү Ц. һәм язаға тарттырыусы Ц. (һуңынан үткәрелгән) айырыла. Рәсәйҙә 18 б. башында рухи Ц. рәүешендә барлыҡҡа килә. 1804 й. алып цензура уставы, 1865 й. — “Цензура һәм матбуғат тураһында ваҡытлы ҡағиҙәләр” м-н көйләнә. Дөйөм (эске һәм сит илдәр) һәм ведомство (рухи, хәрби, театраль һ.б.) Ц. бүленә. СССР-ҙа Ц. Главлит (1922 й. РСФСР Мәғариф ХК эргәһендәге Әҙәбиәт һәм нәшриәттәр эше баш идаралығы булараҡ ойошторола, 1946 й. алып СССР МС-ы эргәһендәге Матбуғатта хәрби һәм дәүләт серҙәрен һаҡлау идаралығы, 1953 й. — СССР МС-ы эргәһендәге Матбуғатта хәрби һәм дәүләт серҙәрен һаҡлау баш идаралығы, 1966 й. — СССР МС-ы эргәһендәге Матбуғатта дәүләт серҙәрен һаҡлау баш идаралығы) тарафынан башҡарыла. Башҡортостанда Главлит (Башглавлит) — БАССР-ҙың Мәғариф ХК, 1946 й. алып БАССР МС-ы эргәһендә эшләй. Ведомствоның бурыстарына матбуғатта, фәнни хеҙмәттәрҙә, мәҙәни сараларҙа, теле-һәм радиотапшырыуҙарҙа дәүләт серҙәрен һаҡлау; антисовет һәм антикоммунистик йөкмәткеле сит ил матбуғаты материалдарын таратыуға юл ҡуймау; нәшер итеүсе ойошмаларҙың һәм полиграфия пр-тиеларының ведомство тарафынан раҫланған ҡағиҙәләрҙе үтәүен контролдә тотоу һ.б. инә. РФ-тың “Киң мәғлүмәт саралары тураһында” (1991) законына ярашлы, киң мәғлүмәткә Ц. тикшереүе үткәрелмәй.

О.К.Вәлитов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов