ЦЕЛЛЮЛОЗА‑ҠАҒЫҘ СӘНӘҒӘТЕ, целлюлоза, ағас массаһы, ҡағыҙ, ҡатырға һәм уларҙан изделиелар, ш. уҡ этил спирты, мал аҙығы сүпрәһе, канифоль, скипидар һәм майлы к-талар етештереү б-са сәнәғәт тармағы. Башҡортостанда 20 б. башында 1907 й. Өфө губ. Бөрө өйәҙе Сахаров ҡасабаһында (хәҙ. БР-ҙың Нуриман р-ны Ҡыҙыл Шишмә а.) Ҡағыҙ ф-каһы (1918 й. алып “Ҡыҙыл Шишмә”) асылыуға бәйле үҫеш ала. 60-сы йй. Туймазы ҡағыҙ фабрикаһы, Учалы ҡатырға-рубероид з-ды (ҡара: “Кровля”) төҙөлә. 2004 й. тармаҡта 9 пр-тие һәм производство, ш. иҫ. “Ҡатырға-ҡағыҙ комбинаты” ЯСЙ (2002 й. асылған, Туймазы ҡ.), “Ҡатырға һәм Көплөк” (2000, Учалы ҡ.), була. Тармаҡ өлөшөнә БР урман, ағас эшкәртеү һәм целлюлоза-ҡағыҙ сәнәғәте етештереү күләменең 7,1%-ы тура килә. Продукцияһы БР-ҙа һәм РФ-та һатыла, яҡын һәм алыҫ сит илдәргә ебәрелә (2009 й. респ. 54,1 мең т ҡатырға сығарылған). Продукция етештереү динамикаһы табл. бирелгән. Белгестәр Урман хужалығы техникумындаҺөнәрселек лицейы №64 әҙерләнә.

И.В.Лаврешина

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов