ЦЕЛЛЮЛОЗА, биополимер, ангидро-D-глюкозаның элементар быуындарынан торған {CHO(OH)} формулалы полисахарид, ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәрҙә күҙәнәк көбөнөң нигеҙен төҙөй; полиацеталдәр класының гетеросылбырлы полимеры. Сығышы б-са үҫемлектәрҙән (мамыҡ, ағас, етен, рами, һинд сүсе, үлән һ.б.), хайуандарҙан алынған һәм бактериаль Ц. айырыла. Ц. төп төрҙәре: мамыҡ һәм ағас Ц. (сеймалдан сығарып алыу ысулы б-са сульфит, сульфат, натрон Ц. бүленә). Физик-химик үҙсәнлектәре б-са (мәҫ., һелте эретмәләрендә үҙен тотоуы) α-, β-, γ-целлюлоза, холоцеллюлоза айырыла. Ц. — сүстәренең оҙонлоғо 40—50 мм тиклем булған сүсле аҡ матдә, тығыҙлығы 1,52—1,54 кг/м3, һыуҙа һәм органик эреткестәрҙә эремәй, поливалентлы металдарҙың гидроокистары комплекслы берләшмәләренең аммиак йәки аминдар м-н һыулы эретмәләрендә эрей. Полимерлашыу дәрәжәһе бер нисә тиҫтәнән алып (микрокристаллик Ц.) бер нисә тиҫтә меңгә тиклем (мамыҡ Ц.), кристаллашыу дәрәжәһе — 90%-ҡа тиклем. Термик деструкция 150°С булғанда, пиролиз 300°С юғарыраҡ т-рала башлана. Ц. гидроксил төркөмө (этерификация, о-алкиллаштырыу, окисланыу), ацеталь кислород б-са (кислоталы гидролиз) тәьҫирләшә. Ц. үҫемлек туҡымаларынан сеймалды химик эшкәртеү юлы м-н айырып алына (техник продукт, эсенә α-, β-Ц. инә). Ц. ҡайнатыуҙың төп ысулдары: сульфатлы, сульфитлы, натронлы, азот к-таһы м-н; ш. уҡ ҡатнаш ысулдар (сода-сульфитлы, сода-сульфит-суль­фатлы), үҙағасты кислород-һелте м-н эшкәртеп лигнинһыҙлаштырыу файҙаланыла. Экологик күрһәткестәрҙе яҡшыртыу өсөн микробиологик һәм ферментатив процестар: органик-соль­вентлы ҡайнатыуҙы тәьмин итеү өсөн технологик тапты патоген булмаған бәшмәк культуралары м-н алдан биол. эшкәртеү, тапты ферментатив комплекстар (лакказа, лигнилаза, бета-пероксидаза, целлюлаза һ.б.) м-н биол. лигнинһыҙлаштырыу; электрогидравлика, түбән т-ралы плазма, рентген нурланышы, импульслы электромагнит ҡыры һ.б. тәьҫире ҡулланыла. Оҙон (20 мм артыҡ) тәбиғи целлюлоза сүстәре башлыса туҡыу сәнәғәтендә, ҡыҫҡалары (3 мм кәмерәк) — ҡағыҙ, ҡатырға етештергәндә һәм химик эшкәртеүҙә файҙаланыла. Яһалма сүстәрҙән (ацетат, вискоза, полинозлы) тыш, Ц. эфирлы сығарылмалары пластик массалар (этролдар), коррозияға ҡаршы ҡаплауҙар, плёнкалар һәм лак-буяу материалдары, Ц. эфирҙарының һыуҙа эрегән препараттары — ҡуйыртҡыстар, эмульгаторҙар, стабилизаторҙар һ.б. яһау өсөн ҡулланыла. Башҡортостанда “Авангард” пр-тиеһында 20 б. 2-се ярт. Ц. нитратлаштырыу юлы м-н коллоксилин алына. “Каустик” ААЙ-нда Метоцел маркалы метилцеллюлоза винилхлоридты суспензион полимерлаштырыу ваҡытында эмульсияға әйләнгән агент сифатында, “Сода” ААЙ-нда Ц. ҡоро төҙөлөш ҡатышмаларын етештергәндә ҡулланыла. Өфө лак-буяу заводы нитроцеллюлоза лактары һәм эмалдәр сығара. БДМУ-ла метилцеллюлозаның һыулы формалары төрлө дарыуҙар эшләгәндә эмульгатор, гель барлыҡҡа килтергес сифатында, Нефтехимия эшкәртеү ин-тында оксиэтилцеллюлоза — нано-көкөрт препараттарын стабилләштереү өсөн файҙаланыла.

Әҙәб.: Роговин З.А. Химия целлюлозы. М., 1972.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов