ЦЕЛИЩЕВ Владимир Александрович (10.3.1960, БАССР-ҙың Краснокама р-ны Николо­ Берёзовка эшселәр ҡсб), инженер-механик. Техник ф. д-ры (2000), проф. (2004). БР-ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (2011), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2009). ӨАИ-ны тамамлағандан һуң (1982) шунда уҡ эшләй: 2002 й. алып авиация двигателдәре ф-ты деканы, 2006 й. башлап ғәмәли гидромеханика каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2008 й. — “Гидропневмоавтоматика” уҡыу-ғилми инновациялы үҙәге дир., 2010 й. алып “Электр, йылылыҡ һәм башҡа төр энергияны күсереү, бүлеү һәм ҡулланыуҙың энергия һаҡлаусы системаларының заманса технологиялары” ғилми-белем биреү үҙәге директоры. Фәнни эшмәкәрлеге осоу аппараттарының һәм двигатель ҡулайламаларының автоматика системаларын эшләүгә арналған. Ц. тарафынан гидроприводты көйләүҙең аҡмалы-кавитацион ысулы, яныу йөҙө һыу ярҙамында көйләнгән ҡаты яғыулыҡлы ракета двигателенең автоматлаштырылған идара итеү системаһының матем. моделе, аҡмалы гидравлик руль машиналарын проектлау теорияһының нигеҙҙәре һ.б. эшләнә. 150-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Струйные гидравлические рулевые машины. Уфа, 2002 (авторҙ.); Идентификация и адаптивное управление струйными гидравлическими рулевыми машинами. М., 2007 (авторҙ.).

Э.Ғ.Ғимранов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов