ЦВИЛЛИНГ Самуил Моисеевич (1.1.1891, Тубыл ҡ. — 4.4.1918, Ырымбур губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Изобильное ҡсб., хәҙ. Ырымбур өлк. Соль-Илецк р-ны Изобильное а.), революция хәрәкәте эшмәкәре. 1905 й. алып РСДРП ағзаһы. Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Революцион эшмәкәрлеге өсөн һөргөнгә ебәрелә, төрмәгә ябыла. 1916 й. Силәбе гарнизонында хеҙмәт итә, унда һалдаттар араһында большевиктар өсөн агитация алып бара. 1917 й. мартынан Силәбе эшсе һәм һалдат депутаттары советы, РСДРП(б) ком-ты рәйесе, нояб. алып Ырымбур губерна хәрби-революцион комитеты рәйесе. Ҡыҙыл гвардия отрядтарын ойоштороуға етәкселек итә. 15 нояб. А.И. Дутов казактары тарафынан ҡулға алына, 12 дек. ҡаса. 1918 й. 17 февр. Башҡорт мәркәз шураһы һәм Башҡорт хөкүмәте ағзаларын ҡулға алыуҙы ойоштора. 2 мартта Ц. приказы б-са Ырымбур губ. Орск өйәҙе Баймаҡ а. башҡорт отряды ҡыйратыла, 7 мартта Башҡорт милли хәрәкәтенең ҡайһы бер ағзалары атыла (ҡара: Баймаҡта Башҡорт хөкүмәте ағзаларын атыу). 1918 й. 25 мартынан Советтарҙың Ырымбур губерна башҡарма ком-ты рәйесе. Ҡыҙыл гвардеецтар отряды м-н Дутов казактары ҡамауында ҡала, һәләк була.

И.Ф.Плотников

Тәрж. М.Х.Хужин