ЦВЕТАЕВА М. МУЗЕЙЫ. Бәләбәй р-ны Өҫән-Ивановка а. урынлашҡан. 1993 й. Марина Цветаеваның әҙәби-сәнғәт музейы булараҡ ойошторола, Милли музей филиалы, 2002 й. алып Милли әҙәби музей филиалы, 2006 й. башлап хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Музей фондында 1 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. М.И.Цветаеваның китаптары, портреты (рәссамы А.В. Шарабаров), шағирәнең тормошо һәм ижады,

1911 й. ауылда ҡымыҙ менән дауалауҙа булыуы т-да фотоматериалдар, ш. уҡ урындағы рәссамдарҙың картиналары, бар. Музейҙа тематик күргәҙмәләр, Респ. Цветаева байрамы сиктәрендә Цветаева уҡыуҙары үткәрелә. 1992 й. музей терр-яһында Цветаеваға Рәсәйҙәге тәүге һәйкәл (скульпторы Ю.Ф.Солдатов) ҡуйыла.

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов