ЦВЕТАЕВ Александр Александрович (26.8.1896, Түб. Новгород губ. Наруксово а. — 1985, Өфө), географ. Пед. ф. канд. (1954). Граждандар һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин-тын (1939), М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. (Мәскәү, 1944) тамамлаған. 1934 й. алып Ишембай ҡ. 1-се урта мәктәбендә уҡыу-уҡытыу бүлеге мөдире. 1939—41 йй. һәм 1946—65 йй. БДУ-ла: 1948 й. башлап геогр. ф-ты деканы, 1951 й. — физик геогр. каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге физик география өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. Ц. тарафынан Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының тәбиғәт шарттарына характеристика бирелгән, терр-яға физик-географик районлаштырыу үткәрелгән. 15-кә яҡын фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. урта мәктәптәр өсөн Башҡортостан географияһы б-са дәреслектәр, авторы.

Хеҙм.: Горы Иремель (Южный Урал): физ.-геогр. очерк. Уфа, 1960.

З.Ф.Үләмәева

Тәрж. А.Н.Күсеев