ЦАРЕВА Рима Шөғәй ҡыҙы (1.5. 1941, Өфө), педагог. Филол. ф. канд. (1975), пед. ф. д-ры (1998), проф. (1999). БР-ҙың атҡ. уҡытыусыһы (1996), РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1990), РФ-тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм-ре (2004). СДПИ-ны тамамлағандан һуң (1964) Бәләбәй р-нының Спартак урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1965 й. алып БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында (1985—86 йй. филол. ф-ты деканы урынбаҫары). Фәнни тикшеренеүҙәре юғары мәктәп педагогикаһы, сит ил әҙәбиәте тарихы проблемаларына арналған. 240-ҡа яҡын фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Психолого-педагогический потенциал зарубежной литературы. Стерлитамак, 2013; Зарубежная литература XIX века: романтизм и реализм. Стерлитамак, 2014.

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина