ЦАДКИН Михаил Авраамович (18.2.1959, Салауат ҡ.), химик-технолог. Техник ф. д-ры (2006). ӨНИ-не тамамлағандан һуң (1983) БДУ-ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге углеводород сеймалын деструктив каталитик эшкәртеүҙе тикшереүгә, изобутанды олефиндар м-н көкөрт к-таһы булғанда алкиллаштырыу ҡоролмаһы өсөн реакция аппараттары уйлап табыуға арналған. Ц. тарафынан нефть эшкәртеү һәм нефтехимия процестары өсөн органик булмаған хлоридтар нигеҙендә катализаторҙар эшләнә. 120-нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы.

С.В.Колесов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов