ХӘТМУЛЛИН Флүр Хәким улы (11.3.1941, БАССР‑ҙың Илеш р‑ны Ябалаҡ а.), хужалыҡ эшмәкәре. РФ‑тың атҡ. нефть һәм газ сәнәғәте хеҙм‑ре (1998). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡ. хеҙм‑ре (1994), БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1977), СССР‑ҙың почётлы нефтсеһе (1982). ӨНИ‑не тамамлаған (1964). 1965—2005 йй. “Башнефть” АНК ААЙ “Чекмагушнефть” НГДУ‑һында: мастер, участка, смена нач., 1972 й. алып баш инженер, 1975 й. башлап начальник. Х. етәкс. скважиналарҙы комплекслы‑механизацияланған звенолар ярҙамында хеҙмәтләндереү индерелә, Дүртөйлө төркөмөнә ингән нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү, респ. сәнәғәт һәм соц. тәғәйенләнешле объекттарҙы төҙөү һ.б. б‑са эштәр үткәрелә. 14 уйлап табыу авторы. БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың 1—3‑сө саҡырылыш депутаты. Окт. Революцияһы (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1974), Халыҡтар дуҫлығы (1986) орд. м‑н бүләкләнгән.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. А.Н.Күсеев