БАТЫР, Фёдоровка р‑нындағы ауыл, Михайловка а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 38 км һәм Мәләүез т. юл ст. Көнб. табан 62 км алыҫлыҡта Ашҡаҙар й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 688 кеше; 1920 — 753; 1939 — 513; 1959 — 540; 1989 — 468; 2002 — 458; 2010 — 441 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 18 б. 70‑се йй. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1755 й. билдәле) Нуғай даруғаһы Юрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. Улус старшинаһы Батыр Тәкәев исеме м‑н аталған. 1795 й. 15 йортта 56 кеше йәшәгән, 1865 й. 81 йортта — 440 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. ш. уҡ бакалея кибете, 3 һыу тирмәне теркәлгән.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика