“ХӘТЕР. 1941—1945 йй. БӨЙӨК ВАТАН ҺУҒЫШЫНДА ҺӘЛӘК БУЛҒАНДАР ИСЕМЛЕГЕ” (“Память. Списки погибших в Великой Отечественной войне 1941–1945 гг.”; 22 китапта, Өфө, 1994—2000), Башҡортостанда тыуған һәм республиканан саҡырылған, фронтта һәм әсирлектә һәләк булған, хәбәрһеҙ юғалған, яраларҙан һәм ауырыуҙарҙан вафат булғандарҙың исемлеген үҙ эсенә алған, системалаштырылған күп томлы баҫма. “Бөтә Рәсәй Хәтер китабы”ның (“Всероссийская Книга памяти”) бер өлөшө. 1—20 (төп) китаптарға Бө­йөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булған 322,9 мең яугир, 21—22 (өҫтәмә) китаптарға совет‑финлянд һуғышында (1939–40), Хәсән күле, Халхин‑Гол й., Афғанстанда, Испанияла, Венгрияла, Кореяла һ.б. һуғыш хәрәкәттәрендә һәләк булған төп китаптарға индерелмәгән яугир теркәлгән. Һәр район һәм ҡаланан исемлектәр алфавит тәртибендә, тыуған һәм ерләнгән урындары т‑да мәғлүмәттәрҙең күбеһе һуғыш хәрәкәттәре осорондағы адм.‑терр. бүленеү б‑са бирелгән.

Н.В.Сазонова

Тәрж. М.Х.Хужин