БАТЫР (төрк. — баһадир, бәһлеүән), 1) төрки һәм монгол халыҡтарында хәрби ҡаҙаныштар өсөн бирелгән хөрмәтле исем. Башҡорттарҙа ырыу‑ҡәбилә вәкиле лә, ябай община ағзаһы ла Б. була алған (ҡара: Социаль структура). Б. һуғыштар һәм сапҡындар (ҡара: Барымта, Ҡарымта) ваҡытында яугирҙар отрядын етәкләгән, күптәре башҡорт ихтилалдарының (17—18 бб.) юлбашсыһы булған (Имән, Көҫәп Солтанғолов, Ҡотоҡай һ.б.). Ҡайһы саҡта Б. ырыу һәм ырыу бүленештәре башлыҡтары булып киткән, йыйындарҙа һәм ҡоролтайҙарҙа ҡатнашҡан. Ҡайһы берҙәренә тархан исеме бирелгән (Алдар, Таймаҫ Шәимов һ.б.). Хәҙ. ваҡытта Б. тип көрәш бәйгеһендә һ.б. милли спорт ярыштарында еңеүселәрҙе атайҙар.

2) Фольклор персонажы, башҡ. эпостарының (“Аҡбуҙат”, “Алдар менән Зөһрә”, “Урал батыр”), әкиәттәренең (“Алып батыр”, “Бейеш батыр”, “Ҡамыр батыр”) һ.б. геройы. Б. төшөнсәһе халыҡтың идеаль герой т‑да күҙаллауҙарын сағылдыра. Уға ғәҙәттән тыш физик көс, ҡыйыулыҡ, ғәйрәтлелек һәм зирәклек бирелгән. Изгелек һәм ғәҙеллек хаҡына батырлыҡтар ҡыла. Б. мөғжизәле тыуыу хас (ҡартайған әсәнән, ҡаянан йә таштан, ҡамырҙан, арпа бөртөгөнән һ.б.). Персонаж башҡа төрки телле халыҡтар фольклорында ла киң таралған.

Әҙәб.: Галин С.Ә. Тел асҡысы халыҡта. Өфө, 1999; Йәшәгән, ти, батырҙар: башҡорт халыҡ әкиәттәре. Өфө, 2005.

Тәрж. Р.Р.Мәһәҙиева

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика