ХӘСӘНОВА Эльмира Рәмил ҡыҙы (10.7.1985, Баймаҡ ҡ.), спортсы. Шахмат б‑са халыҡ‑ара гроссмейстер (2008), халыҡ‑ара мастер (2001), ФИДЕ мастеры (Халыҡ‑ара шахмат федерацияһы, 1999). ӨДНТУ‑ны тамамлаған (2012). Шахмат б‑са респ. ДЮСШ тәрбиәләнеүсеһе (тренеры Н.В.Хәсәнова). Венгрияла (Будапешт, 2005) һәм Украинала (Алуштаҡ.,2007) халыҡ‑ара турнирҙар еңеүсеһе, һәүәҫкәрҙәр араһында донъя чемпионатының көмөш призёры (1997), Европа чемпионаттарының бронза призёры (1999—2003). 20 йәшкә тиклемге ҡыҙҙар араһында Рәсәй чемп. (2002). Ҡыҙ балалар араһында донъя беренселеге еңеүсеһе (1999), Бөтә донъя балалар шахмат олимпиадаһы чемп. (Истанбул ҡ.), Бөтә донъя үҫмерҙәр уйындарының бронза призёры (Мәскәү; икеһе лә — 1998).

Тәрж. М.Н.Моратшина