ХӘСӘНОВ Юлай Иҙрис улы (23.2. 1931, БАССР‑ҙың Әбйәлил р‑ны Дауыт а. — 21.1.2010, БР‑ҙың ш. уҡ р‑ны Йәнгел а.), педагог. РСФСР (1976), БАССР (1980) мәктәптәренең атҡ. уҡытыусыһы, СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1980), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967). Магнитогорск пед. ин‑тын тамамлаған (1956). 1949 й. алып Әбйәлил р‑нының Ишҡол, 1951 й. — Баҡырүҙәк тулы булмаған урта мәктәптәре уҡытыусыһы, 1957 й. башлап Гусев урта мәктәбе дир. урынбаҫары, 1965 й. — Йәнгел урта мәктәбе дир. урынбаҫары, 1967—92 йй. директоры. Ленин (1981), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Ә.Ю.Афзалова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина