БАТЫЙ, Батыу, Саинхан (яҡынса 1207, Монголия — 1256, Һарай‑Батыу ҡ.), хан, Алтын Урҙаға нигеҙ һалыусы. Сыңғыҙхандың ейәне. 1227 й. алып Жуси улусы (ҡара: Монгол империяһы) м‑н идара итә, 1229 й. Түбәнге Волга буйын һәм Көньяҡ Урал алдын яулап ала башлай. 1236 й. алып Волга буйы Болғарына, Дәшти Ҡыпсаҡҡа, Көнсығыш һәм Үҙәк Европа дәүләттәренә походтарға етәкселек итә. 1242 й. үҙенең власын нығытыу һәм яулап алынған ерҙәргә идара итеүҙе ойоштороу өсөн Волга буйына әйләнеп ҡайта. 1242 й. алып Сыңғыҙхан нәҫеле ырыуының номиналь аҡһаҡалы. 1251 й. Мүнке ханды Монгол империяһының бөйөк ҡағаны итеп күтәреүҙе яҡлай, Сығтай улусының хакимдашына әйләнә. Б. шәхси улусына көнбайыш һәм үҙәк Башҡортостан ингән.

Әҙәб.: Бартольд В.В. Батый //Сочинения. Т.5. М., 1968.

В.А.Иванов

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика