ХӘСӘНОВ Әнүәр Ғиниәт улы (1.2. 1954, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Үрнәк а.), хирург. Мед. ф. д‑ры (1997), проф. (1998). РФ‑тың (2008) һәм БР‑ҙың (2003) атҡ. фән эшмәкәре, РФ‑тың һаулыҡ һаҡлау отличнигы (2002). БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1977) 1981 й. тиклем Асҡын үҙәк район дауаханаһында бүлек мөдире булып эшләй. 1986 й. алып БДМУ‑ла: 2000 й. башлап уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор, 2003 й. — хирургия ауырыуҙары каф. мөдире; бер үк ваҡытта 1992—98 йй. Өфөнөң ашығыс мед. ярҙамы дауаханаһында хирургия б‑са баш табип урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге травмалар һәм бауыр ауырыуҙары, бөйән эсәгенең сей яра ауырыуы һ.б. булғанда бәләкәй киҫемле һәм ағзаларҙы һаҡлап ҡалыусы операциялар үткәреүгә бәйле. Х. ҡатнашлығында сей яра ауырыуын дауалағанда радио йышлыҡ ваготомияһы, абдоминаль хирургияла радио йышлыҡ диапазонының электр‑магнит тулҡындарын ҡулланыу, кила шешеүен һәм специфик булмаған сей яра колитын дауалау ысулдары эшләнә. 550‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 34 уйлап табыу авторы. Ғ.Х.Ҡоҙаяров  ис. пр. лауреаты (2000).

Хеҙм.: Современные методы рассечения и коагуляции тканей в хирургии органов брюшной полости. М., 2007 (авторҙ.); Дуоденальная травма. Уфа, 2015 (авторҙ.); Интегративные подходы к хирургии язвенной болезни. Уфа, 2016 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина