ХӘСӘНОВ Мирхәт Әхмәҙулла улы [1.1.1932, БАССР‑ҙың Мораҡ р‑ны Теләүембәт а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны)], педагог‑методист. Пед. ф. канд. (1969). БАССР мәктәбенең атҡ. уҡытыусыһы (1977), СССР‑ҙың мәғариф отличнигы (1985), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1967), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (2001). К.А.Тимирязев ис. Башҡорт пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1956) Йомағужа районының Йомағужа урта мәктәбе уҡытыусыһы. 1959 й. алып Башҡ‑н уҡытыусылар белемен камиллаштырыу ин‑тында эшләй (1960 й. башлап сит телдәр кабинеты мөдире). 1969—2010 йй. БДПУ‑ла уҡыта, бер үк ваҡытта 1993–2004 йй. Ф.Х.Мостафина ис. 20‑се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы. Фәнни тик­шеренеүҙәре башҡорт мәктәбендә инглиз телен уҡытыу методикаһына арналған. 150‑нән ашыу фәнни һәм уҡытыу‑методик хеҙмәт, ш. иҫ. инглиз теле б‑са дәреслектәр, авторы.

Хеҙм.: 9‑сы класс өсөн инглиз теле дәреслегенә методик күрһәтмәләр. Өфө, 2009; Обучение грамматике английского языка в башкирской школе. Уфа, 2011.

Р.В.Әлмөхәмәтов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина