ЯҢЫ БАЙЫШ, Бөрө р‑нындағы ауыл, Үрге Ласынтау а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 35 км һәм Өфө т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 139 км алыҫлыҡта Бөрө заказнигы терр‑яһында урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. — 251 кеше; 1939 — 399; 1959 — 290; 1989 — 137; 2002 — 107; 2010 — 76 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. башында Бөрөөйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Байыш а. (хәҙ. Дүртөйлө р‑ны Иҫке Байыш а.) кешеләре нигеҙ һала.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов