БАТТАЛОВА Гәүһәр Тимерхан ҡыҙы (22.12.1965, Өфө), тележурналист. БР‑ҙың атҡ. матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙм‑ре (2002). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1988) “Башҡортостан” ТРК ДУП‑ы балалар һәм үҫмерҙәр тапшырыуҙары мөхәррире, 1999—2010 йй. ижт.‑сәйәси тапшырыуҙарҙың баш мөхәррире, 2011 й. алып “Боронғо Өфө” респ. тарихи‑мәҙәни музей‑ҡурсаулығы директоры. “Батыр”, “Эльбрус”, “Янсыҡ” (бөтәһе лә — 2002), “Йөрәк” (2003), “Мин үлмәнем, башҡорттар!” (2004), “Ер ҡөҙрәте” (2006), “Әхмәтзәки Вәлиди Туған. Оҙайлы ҡайтыр юл” (“Ахмет‑Заки Валиди Тоган. Долгий путь домой”; 2010) т/ ф циклына сценарийҙар авторы. Ш.Хоҙайбирҙин ис. пр. лауреаты (2002).

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика