ЯҢЫ АТКҮЛ, Ҡалтасы р‑нындағы ауыл, Түб. Ҡасмаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән Көнб. 6 км һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 65 км алыҫлыҡта Ҡасмаш й. (Тере Танып й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. – 337 кеше; 1920 – 436; 1939 – 401; 1959 – 404; 1989 – 128; 2002 – 97; 2010 — 68 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 1811 й. Бөрө өйәҙе Гәрәй улусы Аткүл/Иҫке Аткүл а. башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1865 й. 30 йортта 147 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, балта эше, тоҡ тегеү м‑н шөғөлләнгәндәр. Уч‑ще булған. 1906 й. мәсет, һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән.

В.А.Акиев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов