ЯҢЫ АРЫҪЛАНБӘК, Туймазы р‑нындағы ауыл, Сәйрән а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 47 км һәм Ҡандра т. юл ст. К.‑Көнс. табан 17 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1920 й. – 714 кеше; 1939 – 385; 1959 – 284; 1989 – 127; 2002 – 130; 2010 — 150 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға 20 б. башында Бәләбәй өйәҙе терр‑яһында ш. уҡ өйәҙҙең Арыҫланбәк а. (хәҙ. Иҫке Арыҫланбәк а.) кешеләре бүлендек ауыл булараҡ нигеҙ һала. Ғ.Кашшаф ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов