БАТТАЛОВ Эдварт Миңләхмәт улы (4.3.1951, БАССР-ҙың Мәсетле р-ны Дыуан‑Мәсетле а.), химик. Химия ф. д‑ры (2008). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1974) Органик химия ин-тында эшләй (1993 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р). Фәнни хеҙмәттәре винил мономерҙары һәм олигомерҙарының радикаль полимерлашыуына, фотополимерлашыуға; сүс рәүешендәге яҡтылыҡ таратыусы сымдарҙың полимер ҡапламаларын эшләүгә арналған. 70-тән ашыу фәнни хеҙмәт, 7 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Влияние сульфоксидных комплексов на радикальную полимеризацию //Доклады Академии наук. 1977. Т.235. №6 (авторҙ.); Прочностные и оптические свойства волоконных световодов с эпоксиакрилатным покрытием //Пластические массы. 2005. №2 (авторҙ.).

С.В.Колесов

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика