ХӘРБИ ХЕҘМӘТКӘРҘӘРҘЕ ҺӘМ УЛАРҘЫҢҒАИЛӘ АҒЗАЛАРЫН СОЦИАЛЬ ЯҠЛАУ КОМИТЕТЫ, Башҡортостандан саҡырылған хәрби хеҙм‑рҙәрҙең хоҡуҡтарын яҡлау, уларҙың ата‑әсәләренә һәм һәләк булғандарҙың ғаилә ағзаларына ярҙам күрһәтеү маҡсатында асылған йәмәғәт ойошмаһы. Өфөлә урынлашҡан. 1990 й. Башҡ‑н бойондороҡһоҙ хәрби хеҙм‑рҙәрҙе яҡлау ком‑ты булараҡ барлыҡҡа килә, 1996 й. алып БР Х.х.һ.у.ғ.а.с.я.к. Рәсәй Һалдат әсәләре ком‑ты ағзаһы, Рәсәй Һалдат әсәләре ком‑ттары союзы, Рәсәй Хәрби хеҙм‑рҙәренең ата‑әсәләре советы, Әсә хоҡуғы фонды һ.б. м‑н хеҙмәттәшлек итә. Республиканың ҡала һәм райондарында 27 филиалы бар. Төп эшмәкәрлеге: хәрби хеҙм‑рҙәрҙең үлеү осраҡтары б‑са бойондороҡһоҙ тикшереү алып барыу; хәрби хеҙм‑рҙәргә һәм Ҡораллы көстәрҙән ебәрелгән кешеләргә медик‑психологик, суд‑хоҡуҡ һ.б. ярҙам күрһәтеү; һәләк бул­ған яҡташ һалдаттарға арналған саралар ойоштороу һәм үткәреү һ.б. 2004 й. Өфөлә Ком‑т тарафынан Хәрби хеҙм‑рҙәрҙең һәм хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарҙың хоҡуҡтарын яҡлау мәсьәләләре б‑са халыҡ‑ара семинар үткәрелә. Ком‑т ағзалары хәрби хәрәкәттәр осоронда 6 тапҡыр Грузияға (1991—93), 7 тапҡыр Тажикстанға (1993—95), 13 тапҡыр Чечен Респуб­ликаһына (1995—96, 1999—2000; командировкалар һөҙөмтәһендә Башҡортостандың 27 хәрби хеҙм‑ре һәм кешеһе әсирлектән ҡотҡарыла), 3 тапҡыр Төньяҡ һәм Көньяҡ Осетияға бара. Музейы бар (РФ‑та берҙән‑бер).

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев