БАТТАЛОВ Магомед‑Расул Вагидович (13.6.1960, Буйнаҡ ҡ.), спортсы. Грек‑рим көрәше б‑са СССР‑ҙың халыҡ‑ара класлы спорт мастеры (1987). А.‑Б.В.Батталовтың ҡустыһы. ӨТСИ‑не тамамлаған (1997). “Зенит” ДСО‑һы йәмғиәте тәрбиәләнеүсеһе. 1982—87 йй. Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы өсөн сығыш яһай (тренерҙары В.А.Борман һәм Р.Х.Ғәниев). РСФСР чемп. (1985), СССР чемпионатының (1985) һәм СССР Кубогының (1984) көмөш призёры. Италияла (“Италияның ҙур призы”; 1980) һәм Францияла (1985) халыҡ‑ара турнирҙар еңеүсеһе. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1982—84).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика