БАТТАЛОВ Абдул-Басир Вагидович (21.5.1958, Буйнаҡ ҡ.), спортсы. Грек-рим көрәше б‑са СССР‑ҙың халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1981), СССР‑ҙың атҡ. спорт мастеры (1988). М.-Р.В.Батталовтың ағаһы. ӨТСИ‑не тамамлаған (1992). “Хеҙмәт резервтары” ДСО‑һы (Өфө) тәрбиәләнеүсеһе. 1979—87 йй. Гастелло Н.Ф. исемендәге спорт клубы өсөн сығыш яһай (тренеры В.А.Борман). Донъя кубогын яулаусы (1983, 1984), Европа чемп. (1985), СССР (1984—85) һәм РСФСР (1979—80) чемп., донъя чемпионатының көмөш призёры (1985), РСФСР халыҡтары спартакиадаһының көмөш призёры (1979), СССР чемпионатының бронза призёры (1983). И.М.Поддубный иҫтәлегенә (1981, 1983—84) һәм Италияла (Турин ҡ., 1985) халыҡ-ара турнирҙар еңеүсеһе. Швецияла Клиппан Кубогын яулаусы (Стокгольм, 1981). Үҫмер спортсылар араһында СССР беренселеге чемп. (1979), көмөш (1980) һәм бронза (1981) призёры. СССР йыйылма командаһы ағзаһы (1979—87).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика