ХӘРБИ КОМИССАРИАТ, РФ Оборона министрлығының БР‑ҙағы терр. органы.1919 й.февр. Башҡорт республикаһының Ваҡытлы революцион ком‑ты (ҡара: Башҡортостан хәрби‑революцион комитеты) тарафынан Орск өйәҙе Темәс а. Башҡорт республикаһының Х.к. булараҡ ойошторола; 1920 й. алып БАССР‑ҙың хәрби эштәр б‑са ХК, 1925 й. башлап БАССР Мобилизация округы идаралығы,1938 й. –БАССР Х.к.,1990 й. – БССР Х.к.,1992 й. – БР Х.к. 1919 й. апр. алып Саранск ҡ., авг. башлап Стәрлетамаҡ ҡ. урынлашҡан; 1922 й. июленән Өфөлә [ғәмәлдән сығарылған Өфө губерна хәрби эштәр б‑са комиссариаттың эштәрен ҡабул иткән (1918—22)]. Х.к. мобилизация һәм иҫәп‑хәрби хеҙмәткә саҡырыу эштәрен алып бара, транспорт һ.б. матди сараларҙың техник торошон тикшерә; хәрби хеҙм‑рҙәрҙе, ветерандарҙы һәм уларҙың ғаиләләрен соц.‑хоҡуҡи яҡлау м‑н шөғөлләнә. РФ Ҡораллы көс­тәренең Генераль штабы хәрби округ аша Х.к. эшмәкәрлегенә дөйөм етәкселек итә һәм контролдә тота. БР хәрби комиссары (Волга буйы‑Урал хәрби округы командующийына буйһона) етәкселек итә. Х.к. составына мобилизация; хәрби хеҙмәткә саҡырыу; кадрҙар һәм запастағы офицерҙар иҫәбен алып барыу; прапорщиктар, старшиналар, сержанттар һәм запастағы рядовойҙар иҫәбен алып барыу; финанс һәм соц. тәьминәт бүлектәре, ш. уҡ хәрби‑табип комиссияһы, адм.‑хужалыҡ бүлеге, әхлаҡи‑сәйәси һәм мәғлүмәт бүлеге, йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе, элемтә узелы һ.б. бүлексәләр һәм хеҙмәттәр инә. Х.к. республиканың 67 ҡала һәм район хәрби комиссариаты буйһона. Өфө губ. хәрби эштәр б‑са комиссарҙары: А.К.Евлампиев (1918), С.В.Докман (1919), Потеряхин (1920—21), Калитов (1921—22); хәрби эштәр б‑са билдәле халыҡ комиссарҙары: Ә.Ә.Вәлидов (1919—20), М.Л.Мортазин (1920—21), А.Х.Тереғолов (1922—23); хәрби комиссарҙар: полк комиссары Грицов (1942—43), полковник­тар И.М.Агапитов (1943—50), И.А.Морозов (1950—53), С.П.Петров (1953—59), П.Л.Рогалёв (1959—63), полк., 1969 й. алып ген.‑майор Т.Т.Күсемов (1963—69), ген.‑майор П.А.Шапошни­ков (1969—75), ген.‑майор А.А.Бойко (1976—89), ген.‑майор В.И.Трофимов (1989—2001), полк., 2003 й. башлап ген.‑майор Т.М.Азаров (2001 й. алып).

Әҙәб.: Бикмеев М.А. История военного комиссариата Республики Башкортостан. Уфа, 1998; шулуҡ. Исторический опыт военно‑организационной и мобилизационной работы Башкирской АССР периода Второй мировой войны: Монография. Уфа, 2005.

М.Ә.Бикмәев

Тәрж. М.Х.Хужин