ХӘРБИ ДАН МУЗЕЙЫ. Өфөлә урынлашҡан. 2000 й. Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 55 йыллығына арналған Респ. хәрби дан музейы булараҡ ойошторола. Филиалы — 112‑се (16‑сы гвардия) Башҡорт кавалерия дивизияһы (ҡара: Чернигов кавалерия дивизияһы) музейы бар. Музей фондына 10 меңдән ашыу һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. фотограмметрист‑дешифровкалаусы белешмәһе (1943), Европа картаһы (1940), Ҡыҙыл Армияның Ген. штабы картаһы, фронт хаттары, хәрби наградалар, ҡорал, хәрби обмун­дирование, һуғышта ҡатнашыусылар, тыл хеҙмәтсәндәре т‑да фото‑һәм документаль материалдар, инә. “Паньшино ауылы янындағы һуғыш”, “Мәскәү күге һағында”, “Фронтҡа оҙатыу”, “Рейхстаг стенаһы” (Ғ.Ҡ.Заһитовҡа арналған) диорамалары бар. Х.д.м. музейҙар смотр‑конкурстары, балалар ижады конкурстары, тематик лекциялар, ветерандар м‑н осрашыу­ҙар, фәнни‑ғәмәли конференциялар үткәрелә.

Н.Ә.Әмирханова

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов