ЯҢАУЫЛ МАЙ‑СЫР КОМБИНАТЫ, ЯСЙ. Составына май цехы, сыр яһау, сырҙарҙы өлгөртөү, иретелгән сырҙар етештереү, айыртылмаған һөт цехтары, лаб. инә. 2004 й. 150 кеше эшләгән; 1013,5 т айыртылмаған һөт продукцияһы, 168,9 — һыйыр майы, 603,2 — ҡаты сыр, 73,4 т сыр колбасаһы етештерелгән. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла.

1934 й. Яңауыл ҡабул итеү пункты, Ямаҙы һөт з‑ды һәм “Маслопром” Башҡ‑н тресының (Өфө) Рабак һөт айыртыу бүлексәһе базаһында Яңауыл май з‑ды булараҡ ойошторола, 1970 й. алып Яңауыл май‑сыр яһау комб‑ты, 1976 й. башлап хәҙ. исемен йөрөтә (составына Яңауыл баш сыр з‑ды, Ҡалтасы һәм Тәтешле май яһау з‑дтары инә), 1996 й. – ААЙ, 2005 й. хәҙ. статусын ала. Пр‑тиела БР‑ҙа тәүге тапҡыр “Яңауыл” һөт ликёрын (1992), ҡаты хәлдәге ҡойолоусан “Башҡортостан” (1995), “Аҡбулат” (1996) сырҙарын яһау технологиялары эшләнә һәм үҙләштерелә. Комб‑т продукцияһы халыҡ‑ара, бөтә Рәсәй һәм төбәк һ.б. күргәҙмәләрҙә алтын, көмөш, бронза миҙалдар һәм дипломдар м‑н билдәләнгән (2000—06). “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурсы (2004—06) һ.б. лауреаты.

Р.Д.Яҡупова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов