ХӘНЙӘР, Әлшәй р‑нындағы ауыл, Аксёнов а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 35 км һәм Аксёнов т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 10 км алыҫлыҡта Ыҫлаҡ й. (Ҡорһаҡ й. ҡушылдығы) бу­йында урынлашҡан. Халҡы: 1939 й.— 368 кеше; 1959 — 319; 1989 — 215; 2002 — 253; 2010 — 226 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб, мәсет бар.

Ауылға 20 б. 20‑се йй. Бәләбәй кантонында ш. уҡ кантондың Ыҫлаҡ а. кешеләре ҡасаба булараҡ нигеҙ һала. 1925 й. 37 йорт теркәлгән. 50‑се йй. хәҙ. статусын ала.

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев