ХӘМӘТЙӘНОВ Өлфәт Рәхимйән улы (27.7.1938, БАССР‑ҙың Мишкә р‑ны Ҡыҙыл Юл ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың ш.уҡ р‑ны Ҡыҙыл Юл а. — 6.12.2016, Өфө), акушер‑гинеколог. Мед. ф. д‑ры (1987), проф.(1988). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995), РФ‑тың (2001) һәм БР‑ҙың (1992) атҡ. табибы. БДМИ‑ны тамамлағандан һуң (1961) 1966 й. тиклем Борай р‑ны Салҡаҡ участка дауаханаһының баш табибы. 1969—2016 йй. БДМУ‑ла эшләй: 1983 й. алып дипломдан һуң белем биреү ин‑тының акушерлыҡ һәм гинекология каф. мөдире, 1987 й. — 1‑се акушерлыҡ һәм гинекология каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге йөклөлөк патологияһын һәм гинекологик ауырыуҙарҙы диагностикалау һәм дауалауҙы камиллаштырыуға арналған. Х. ҡатнашлығында эндокрин патологиялы гинекологик ауырыуҙарҙы һәм йөклө ҡатындарҙы хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу формалары, гемостазды контролдә тотоуҙа хемилюминесценция, вульвовагиналь кандидозды дауалағанда иммунокоррекция, инфекция хәүефе юғары булған ҡатындар ауыр­лы булғанда сорбцион‑пробиотик терапия ысулдары һ.б. эшләнгән. 600‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 9 уйлап табыу авторы. Рәсәй акушер‑гинекологтары йәмғиәтенең Башҡ‑н бүлексәһе рәйесе (1985—2016).

Хеҙм.: Гестозы беременных. Уфа, 1997 (авторҙ.); Неотложные состояния в гинекологии. Уфа, 1999 (авторҙ.); Беременность и роды при сердечно‑сосудистых заболеваниях. Уфа, 2003 (авторҙ.).

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина