БАТРАК, Баҡалы р‑нындағы ауыл, Яңы Урсай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 55 км һәм Туймазы т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 95 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 437 кеше; 1920 — 639; 1939 — 535; 1959 — 337; 1989 — 115; 2002 — 107; 2010 — 39 кеше. Урыҫтар, татарҙар йәшәй (2002).

Ауылға 19 б. 60—70‑се йй. Бәләбәй өйәҙендә Нуғайбәк а. кешеләре Яңы Нуғайбәк исеме м‑н нигеҙ һала. 1896 й. 76 йортта 430 кеше йәшәгән. 19 б. аҙ.—20 б. башында сиркәүәхәллә мәктәбе эшләгән, тимерлек булған. 1920 й. Б. (Яңы Нуғайбәк) исеме м‑н теркәлгән.

К.П.Юзикаева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика