ЯНЫШЕВТАР, дворяндар нәҫеле. Нәҫелде башлап ебәреүсе – Яныш Абдуллин (1682 — ?), Уҫы даруғаһы Ҡарышбаш а. (хәҙ. БР‑ҙың Балтас р‑ны Үрге Ҡарыш а.) мишәре. Башҡорт ихтилалдарын (1735–40), ихтилалды (1747), башҡорт ихтилалын (1755–56) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Мишәрҙәр старшинаһы. Вазифаһынан артыҡ файҙаланғаны өсөн Сенаттың Башҡорт эштәре б‑са комиссияһында тикшереү аҫтында була. Уның улдарынан иң билдәлеләре: Солтанморат Я. (ҡара: Солтанморат Янышев); Әхмәр Я., Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы, алтын миҙал м‑н бүләкләнгән. Бәхтейәр Я., Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Старшина ярҙамсыһы, 1776 й. алып поход старшинаһы, 1777 й. башлап Себер даруғаһыныңмишәрҙәр командаһы старшинаһы. 1774 й. апр.—июнендә Бөрө, Әңгәсәк шарап ҡыуыу з‑ды эргәһендә һ.б. хөкүмәт ғәскәрҙәре составында баш күтәреүселәргә ҡаршы алышта ҡатнаша. Башҡортостанда регуляр ғәскәрҙәргә ярҙамға отрядтар ойоштора. Көҙ көнө подполковник И.К.Рылеев командаһында була. 1775 й. “башҡорт депутаттары” составында С.‑Петербургта императрица Екатерина II эргәһендә булып ҡайта. 1790 йй. Бөрө өйәҙенең мишәрҙәр командаһы старшинаһы. Алтын миҙал м‑н бүләкләнгән (1776). Солтанморат Я. улы – Ниғмәтулла Я. (Ниғмәтулла Солтанморатов), поручик. Крәҫтиәндәр һуғышын (1773—75) баҫтырыуҙа ҡатнашыусы. Себер даруғаһының мишәрҙәр командаһы старшинаһы. Алтын миҙал м‑н бүләкләнгән. БР‑ҙың Әлшәй р‑нындағы Ниғмәтулла а. уның исемен йөрөтә. Шулай уҡ Нуретдин Я. билдә­ле, зауряд‑хорунжий. 1874 й. Бөрө өйәҙендә 1 мең дисәтинә урманға, 500 дисәтинә ергә хужа була. 19 б. уртаһында Я. нәҫеле Ырымбур губернаһының дворян нәҫел тарихы китабының 3‑сө киҫәгенә яҙылған.

Р.И.Янғуразов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов